НЕФТЕХИМИЯ СИНТЕЗЫ, нефть углеводородтары һәм углеводород газдар нигеҙендә ҙур күләмдә органик һәм органик булмаған сеймал етештереү. Сәнәғәттә Н.с. юлы м‑н 5 меңдән ашыу химик продукттар алына: бутил спирттары, химик сүстәр, синтетик каучуктар, метил спирты, поливинилхлорид, полипропилен, сополимерҙар м‑н полистирол, полиэтилен, этил спирты һ.б. Түбән молекуляр алкандар, алкендар, арендар (башлыса бензол, ксилолдар, толуол) Н.с. өсөн сеймал булып тора. Н.с. төп процестары: галогенлау, гидратация, гидрирлау, дегидрирлау, окисланыу, пиролиз, поликонденсация, полимерлашыу, сульфохлорлау һ.б. Башҡортостанда нефтехимия продукцияһын етештереү Б.В. һуғышы йылдарында Өфө нефть эшкәртеү заводында, Ишембай газолин, пиролиз (411‑се) һәм көкөрт з‑дтарында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) башлана. 50‑се йй. Н.с. эре тоннажлы продукция етештереү 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”), Яңы өфө нефть эшкәртеү заводында, Черниковка НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) ойошторола. Н.с. өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәр 50‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (Г.А.Берг, Рәфҡәт М.Мәсәғүтов һ.б.), ӨНИ‑лә (Ә.З. Бикҡолов, П.А.Сенцов һ.б.) башлана. 1958 й. ӨНИ‑лә Н.с. технологияһы б‑са инженерҙар әҙерләй башлайҙар. 1960 й. алып НИИнефтехимда В.Н.Кулаков етәкс. илдә тәүге тапҡыр пиромеллит диангидридын, фенолды пар фазаһында метил спирты м‑н о‑крезол һәм 2,6‑ксиленолға каталитик алкиллаштырыу технологиялары эшләнә, Бөтә союз органик синтез ҒТИ‑нда (Мәскәү) фенол һәм ацетон, Бөтә союз майҙар ҒТИ м‑н берлектә (С.‑Петербург) маргарин етештереү б‑са майҙарҙы гидрирлау катализаторҙары булдырыла. 1961 й. башлап ӨНИ‑лә ароматик углеводородтарҙың окисланыу процесы (М.Ғ.Сәфәров), уларҙың экстракцияһы (В.А.Кутов, Б.М.Грошев), ароматик карбон к‑таһының тоҙҙарын изомерлаштырыу һәм диспропорцияландырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.З.Зарипов, Р.Н.Хлёсткин, В.Х.Хәмәев). 1969 й. алып КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ы м‑н берлектә яңы ҡатмарлы эфир берләшмәләрен алыу техноло‑ гияһы, уларҙы синтетик майҙар һәм пластификаторҙар сифатында һынап ҡарау эштәре башҡарыла, 1973 й. — Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары (Өфө һәм Щёлков филиалдары) һәм Бөтә Рәсәй ветеринар ҡошсолоҡ ҒТИ‑лары (Ленинград) м‑н берлектә нефть сеймалы нигеҙендә пестицидтар алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: И м а ш е в У.Б. Промышленная органическая химия на предприятиях Республики Башкортостан. Уфа, 2004; История создания и развития химической и нефтехимической промышленности Республики Башкортостан. В 4 т. Т.1. Основные процессы и продукты предприятий нефтехимического комплекса. М., 2007. 

Р.Н.Хлёсткин

Тәрж. Н.Д.Исҡужина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика