АЛБАҪТЫ, башҡ. мифологияһында яуыз иблис. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Туҙған оҙон һары сәсле, имсәге тубығына тиклем һалынып төшкән ҡатын‑ҡыҙ, һирәк осраҡта оҙон һаҡаллы ир ҡиәфәтендә һүрәтләнә. Хөрәфәттәргә ярашлы, А. — бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә үлгән йәки ерләү йолаларын үтәмәйенсә ерләнгән кешенең аҙашып йөрөгән йәне. А. кешеләрҙе аҙҙыра, яфалай, йоҡоһонан яҙҙыра (йоҡлағанда кешенең тыны ҡыҫылһа, уны А. баҫа, тиҙәр), тип иҫәпләнгән. Убыр м‑н шүрәле А. хас сифаттарға эйә. Күп кенә халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Нәҙершина Ф.А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1993; Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.