НЕФТЕХИМИЯ ҺӘМ КАТАЛИЗ ИНСТИТУТЫ, 1992 й. НИИнефтехим нигеҙендә БР ФА‑ның Нефтехимия һәм катализ институты булараҡ ойошторола, 2004 й. алып Рәсәй фәндәр академияһына ҡарай. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: гомоген һәм гетероген катализ, металл комплекслы катализ, нефтехимия, органик һәм металорганик синтез, физик химия өлкәләрендә, каталитик реакциялар механизмын өйрәнеү б‑са фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр. Ин‑т составында 11 лаборатория. 80 ғилми хеҙм‑р араһында РФА‑ның 2 мөхбир ағзаһы, БР ФА‑ның 1 акад. һәм 2 мөхбир ағзаһы, 16 ф. д‑ры һәм 51 ф. канд. (2007). 4 йүнәлеш б‑са аспирантура эшләй. Органик һәм металорганик синтезда металл комплекслы катализ ҡулланыу өлкәһендә фәнни мәктәп булдырылған. Ин‑т эшмәкәрлеге гомоген, гетероген, металл комплекслы, ферменттарға оҡшаш катализаторҙар уйлап табыу һәм уларҙы органик һәм металорганик синтезда, нефтехимияла ҡулланыуға, нефттән алынған туйындырылған һәм туйындырылмаған углеводородтарҙы эшкәртеү, комплекслы файҙаланыуға, нефтехимик һәм ҡайтанан яңырған тәбиғи сеймал нигеҙендә аҙ күләмле химия продукттарын синтезлауҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ин‑т уйлап табыуҙары б‑са витаминдар етештереү өсөн алкилфенолдар, нефть сульфидтары, сульфоксидтар, сульфондар, ауыр металдар һәм затлы металдарҙы эшкәртеп алыу һәм айырыу, сәнәғәт пр‑тиеларының ағыулы газ ташландыҡтарынан таҙартыу өсөн сорбенттар һәм экстрагенттар, а.х. һәм мед. ҡулланыу өсөн эффектив препараттар, наноүлсәмле материалдар, мономерҙар, үтә яҡшы характеристикалы махсус продукттар алыу технологиялары индерелгән. 17 монография, 1000‑дән ашыу фәнни мәҡәлә баҫылып сыҡҡан, 700‑ҙән ашыу уйлап табыуға патент алынған (30 уйлап табыу индерелгән). РФА ҒТИ‑лары (Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑ты, Себер бүлексәһенең Г.К.Боресков ис. катализ һәм Органик химия ин‑ттары, А.Н.Несмеянов ис. Элементорганик берләшмәләр ин‑ты, А.В.Топчиев ис. Нефтехимия синтезы ин‑ты), граждан һәм хәрби тәғәйенләнеше булған тармаҡ ин‑ттары, вуздар (МДУ, БДУ һ.б.), Рәсәй һәм Башҡортостан пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: У.М.Джемилев (1992 й. алып). 

У.М.Джемилев

Тәрж. Л.И.Шарапова

 

Яндекс.Метрика