НЕФТЕХИМ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Нефть, тәбиғи газ табыу, ташыу һәм эшкәртеү ваҡытында ҡулланылған химик продукттарҙы эшкәртә, производствоға индерә, күп күләмләп етештерә һәм улар м‑н һатыу итә; ҡоролмаларҙы проектлай, монтажлай һ.б. Өфөлә урынлашҡан. Составына проект‑конструкторлыҡ бүлеге, тәж.‑эксперименталь, техник сервис, етештереү цехтары, 8 төп (коррозия, промысла химияһы, парафин ултырмалары, деэмульгаторҙар, тоҙ ултырмалары, бактерицидтар, битумдарға өҫтәмәләр, быраулау эретмәләренә майлағыс өҫтәмәләр) һәм 2 ярҙамсы (синтезлау, аналитик контроль) төркөм ингән аналитик‑техник үҙәк, ремонт‑механика цехы; РФ төбәктәрендә урынлашҡан 6 пр‑тие инә. 2005 й. 203 кеше эшләгән, 2007 — 352, ш. иҫ. 15 ф. канд., 2014 — 393, ш. иҫ. 16 ф. кандидаты. 60‑тан ашыу исемле һәм маркалы продукция сығара. Продукцияһын ҡулланыусылар — “Башнефть”, “Газпромнефть”, “ЛУКОЙЛ”, “Роснефть”, “Русснефть”, “Славнефть”, “Сургутнефтегаз” һ.б. пр‑тиелар. 1993 й. НИИнефтехим тәж. з‑ды (1969) нигеҙендә ябыҡ типтағы АЙ булараҡ ойошторола. 1998 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Сонкор серияһындағы коррозия ингибиторҙары, Сондем серияһындағы деэмульгаторҙар, Сонцид серияһындағы бактерицидтар, Сонпар серияһындағы парафин ултырмалары ингибиторҙары һәм асфальтлы-ыҫмалалы‑парафин ултырмаларының эреткестәре, Сонгид серияһындағы гидрат барлыҡҡа килеү һәм Сонсол серияһындағы тоҙ ултырмалары ингибиторҙары, быраулау эретмәләренә Сонбур серияһындағы майлағыс өҫтәмәләр, Сонкор серияһындағы флотация агенттары, ПСВ маркалы көкөртлө водород йотҡосо һәм Сонокс кислород йотҡосо, битум эретмәләренә Сондор серияһындағы адгезия присадкалары, скважина эсендәге эштәр өсөн Сонпласт реагенттары, Сонэкс эмульгаторы уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә. 

Р.М.Саматов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика