НЕФТЕКАМА, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан 220 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 147,2 км2. Халҡы (мең кеше): 1959 й. — 2,9; 1989 — 108,1; 2002 — 119,1; 2010 — 121,7. Милли составы: татарҙар — 31,5%, урыҫтар — 29,7%, башҡорттар — 25,8%, мариҙар — 9,6%. Ҡала составында: Әмзә (4,9 мең кеше), Энергетик (3,4 мең), Ташкин (2,4 мең), Хмелевка (46 кеше), Марин (0,4 мең), Ҡырым‑Һарай (0,3 мең), Шишмә (0,1 мең) ауылдары. Н. иҡтисад нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ‑энергетика комплексы. Ҡалала Нефтекама электр бүлеү селтәрҙәре, “Газсервис” ААЙ‑ның “Нефтекамскгаз” филиалы, Нефтекама автозаводы, “Нефтекама машиналар эшләү заво‑ ды” ЯСЙ, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, “Нефтекама үткәргес торба ҡорамалдары заводы” ЯСЙ, “Тимер‑бетон заводы” ЯСЙ, “Интеграл”, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе, Нефтекама күн‑галантерея фабрикаһы, “Камея” ЯСЙ (тегеү пр‑тиеһы), Нефтекама ҡала һөт заводы, Нефтекама икмәк комбинаты һ.б. эшләй. Н. аша Горький т. юлы (Әмзә—Нефтекама—Ағиҙел тармағы), Дүртөйлө— Нефтекама, Краснохолмский—Николо-Берёзовка, Нефтекама— Яңауыл автомобиль юлдары үтә. Нефтекама сәнәғәт узелына инә. Н. Авиация техник университетының һәм Башҡорт дәүләт университетының филиалдары, Нефтекама машиналар эшләү техникумы, Нефтекама нефть колледжы, Нефтекама педагогия колледжы, күп профилле колледж, ПУ, 20 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 20 урта мәктәп, 2 гимназия, лицей, коррекция мәктәп‑интернаты, 37 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 4 сәнғәт мәктәбе, йәш натуралистар станцияһы, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү, балалар һәм үҫмерҙәр техник ижады үҙәктәре, “Венед” балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге, “Штурм” белем биреү‑һауыҡтырыу туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге, 3 ДЮСШ; үҙәк ҡала дауаханаһы; Нефтекама дәүләт филармонияһы, Ҡала мәҙәниәт үҙәге, Йәштәр һарайы, 5 клуб учреждениеһы, 8 китапхана, Нефтекама музейы, “Мираҫ” картиналар галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Физкультура йорто, “Торос” спорт комплексы, “Торос” хоккей клубы, “Олимпия” теннис клубы, стадион (Әмзә), “Энергетик” физкультура‑һауыҡтырыу комплексы (Энергетик); Петропавловка сиркәүе, мәсет бар. Ҡалала 19 халыҡ һәм 8 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Красное знамя” һәм “Чолман” гәз. сыға. Ҡалаға 1957 й. Арлан нефть ятҡылығы үҙләштереүгә бәйле Краснокама р‑ны Касёв а. эргәһендә нефтселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. алып Н. эшселәр ҡасабаһы, 1963 й. хәҙ. статусын ала. Ҡала эсенә Касёв, Михайловка утары, Ротков а., Энергетик ҡасабаһы, Якимков а. ингән. Н. 8 мәҙәни мираҫ объекты бар: Петропавловка сиркәүе (1824—25), сауҙагәр Вечто‑ мовтар усадьбаһы (19 б. аҙағы), “Яугир‑азат итеүсе” (1967), В.И.Ленинға (1986) һәйкәлдәр һ.б.

 

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта: Нефтекама

Яндекс.Метрика