НЕФЁДОВ Олег Матвеевич (25.11. 1931, Дмитров ҡ.) химик‑органик. РФА акад. (1987), химия ф. д‑ры (1967), проф. (1968). Мәскәү химия- технология ин‑тын тамамлаған (1954). 1957 й. алып РФА‑ның Н.Д. Зелинский ис. Органик химия ин‑тында эшләй, 1968 й. башлап лаб. мөдире, бер үк ваҡытта РФА‑ның Дөйөм һәм техник химия ин‑ты акад.‑секретары (1988—91), РФА‑ның вице‑президенты (1988—2001), 2009 й. алып МДУ‑ла Химияның фундаменталь проблемалары каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре карбендарҙың һәм уларҙың аналогтарының, ирекле радикалдарҙың һәм башҡа интермедиаттарҙың төҙөлөшөн, реакцияға инеү һәләтен, бәләкәй циклдарҙы, уларҙы йүнәлешле органик синтезда файҙаланыуҙы тикшереп өйрәнеүгә, циклопропанлы һәм фторорганик берләшмәләрҙе синтезлау ысулдарын эҙләүгә арналған. Н. тарафынан пестицидтарҙы, дарыуҙарҙы, мономерҙарҙы, махсус продукттарҙы синтезлауҙың технологик ысулдары уйлап табыла, фарм. препараттар сығарыу өсөн перспективалы берләшмәләр алына. Химия ин‑ты (ҡара: Органик химия институты) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә 1984— 91 йй. илдә сығарылған 1‑се пиретроидты — перметринды алыу технологияһын эшләүҙә ҡатнаша, ул Киев реактивтар, индикаторҙар һәм аналитик препараттар з‑дында, Органик ярымпродукттар һәм буяғыстар ҒТИ‑нда (Долгопрудный ҡ.), “Химпром” ПБ‑нда (Волгоград ҡ.) производствоға индерелгән. 70‑се йй. алып Башҡ‑н ғалимдары м‑н берлектә көсөргәнешле полициклик берләшмәләрҙе синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә. Н. етәкс. метилциклопропилкетон, хлорнорборнадиен, норборнадиен һәм улар нигеҙендә махсус продукттар етештереү техно‑ логиялары эшләнә, улар “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) индерелә. “Mendeleev Communications” (1990 й. алып), “Известия Академии наук. Серия химическая” (“Фәндәр академияһы хәбәрҙәре. Химия серияһы”; 1991 й. алып), “Успехи химии” (“Химия ҡаҙаныштары”; 1995 й. алып) ж. баш мөхәррире. 680‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 181 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт (1983, 1990), РФ‑тың Дәүләт (2002), РФ Хөкүмәте (2006), Н.Д.Зелинский ис. (1987), Н.Н.Семёнов ис. (1991), халыҡ‑ара А.П.Карпинский ис. (1993), А.М.Бутлеров ис. (2003), Демидов(2014) пр. лауреаты. 3‑сө дәрәжә “Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1999).

Х е ҙ м.: Строение производных циклопропана. М., 1986 (авторҙ.); Химия карбенов. М., 1990 (авторҙ.); Диазоэфиры. М., 1992 (авторҙ.).  

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика