НЕОГЕН (нео... һәм ...генез), н е о г е н с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 23 млн йыл, тамамланыуы — 2,6 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1853 й. М.Гёрнес тарафынан айырып күрһәтелә. Ике бүлектән тора: аҫҡыһы — миоцен һәм өҫкөһө — плиоцен. Н. осоронда материктар хәрәкәте дауам итә, улар бәрелешкәндә Альп, Гималай һ.б. тау системалары барлыҡҡа килә. Н. фаунаһы хәҙергегә оҡшай бара, шулай ҙа мастодонт, гиппарион, ҡылыс тешле юлбарыҫтар була. Имеҙеүселәр диңгеҙҙәрҙе һәм һауаны үҙләштерә, киттар һәм ярғанаттар барлыҡҡа килә. Осмай торған ҙур ҡоштар тарала. Башҡортостан терр‑яһында Н. тектоник хәрәкәттәрҙең активлашыуы хас. Миоцен башында климат уртаса континенталь, йылы, дымлы була, һуңынан һалҡыная һәм ҡороға әйләнә. Урал алды тигеҙлегендә нигеҙе ҡырсынташлыҡтан, балсыҡ һәм һоро күмер линзалары булған ҡомдан, үрҙәрәк — һоро күмер ятыштары булған балсыҡтан, түбәһендә — балсыҡтан һәм балсыҡлы һоро күмер ҡатыш ҡомдан торған күл-һаҙ һәм аллювиаль сығышлы континенталь серияһын туплау бара (Көньяҡ Урал һоро күмер бассейны сиктәрендә төйлөгән, көйөргәҙе, ворошилов, ушҡатлы свиталары). Серияның ҡалынлығы 380 м тиклем, боронғораҡ ултырмаларҙың йыуылған өҫтөндә ята, боронғо рельефтың уйпатлыҡтарында һаҡлана, үҙ эсенә һоро күмер, аҡ балсыҡ, кварцлы ҡомдо һыйҙыра. Н. осоронда тәпәш тауҙарҙан торған Көньяҡ Уралда һәм Башҡортостандың Урал аръяғында миоценға алтындың һибелмә ятҡылыҡтары булған светлин свитаһы (ҡом, гравелит, ҡырсынташлыҡ, һарыҡташ м‑н бергә сыбар балсыҡ) тура килә, ҡалынлығы 20 м тиклем. Плиоценда климат йә һыуына, йә йылына. Плио‑ цен башында Башҡортостандың Урал алдында тәрән йырылған гидрографик селтәрле бейек тигеҙлек (Палео-Ағиҙел һ.б.), һуң плиоценда Аҡсағыл палеодиңгеҙенең ҡултығы урынлашҡан. Бында кинәле серияһының күл-аллювиаль ҡатламдары, шунан һуң дөйөм ҡалынлығы 313 м еткән аҡсағыл региоярусының диңгеҙ ултырма тоҡомдары туплана. Урал алды плиоцен ултырмалары м‑н төҙөлөш материалдары (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) һәм ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары бәйле.Уралда һәм Урал аръяғында плиоценға һибелмә алтын булған жиландин һәм ҡустанай свиталарының (ҡалынлыҡтары 8—10 м) ҡыҙыл аллювиаль‑пролювиаль, делювиаль балсыҡтары, ҡомдары, ҡыр‑ сынташлыҡтары тура килә.

Әҙәб.: Д а н у к а л о в а Г.А., Ш а л а г и ‑ н о в В.В. Неогеновая система //Геологическая карта Российской Федерации. 1:1000000 (новая серия). Л.N40(41). Уфа: объясн. зап. СПб., 2002; Д а н у к а л о в а Г.А. Региональная стратиграфическая схема миоцена Предуралья и основные события на территории Южноуральского региона //Стратиграфия. Геологическая корреляция. 2012. Т.20. №5.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика