НЕМЦОВ Александр Александрович (12.12.1951, Мәскәү — 1.11.2008, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1974) Мәскәүҙә эшләй: Бөтә Союз кибернетика ҒТИ‑нда (1976 й. алып өлкән иҡтисадсы), 1977 й. башлап Бөтә Рәсәй тоҡомсолоҡ эше ҒТИ‑нда (1987 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1991 й. — Рәсәй а.х. фәндәре акад.: ғилми секретарь, 1992 й. — баш белгес. 1998—2008 йй. БНИИСХ‑ла: лаб. мөдире, 2001 й. алып бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре һөт һәм һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы селекцияһында селекция процесының генетик‑иҡт. оптимизация ысулдарын ҡулланыуға арналған. Н. тарафынан “Башҡортостан” ФДУП‑ында нәҫел үгеҙҙәренең селекцияһын һәм уларҙы файҙаланыуҙы камиллаштырыу б‑са методик тәҡдимдәр, 2001—10 йылдарға Башҡортостандың һөт малсылығында тоҡомсолоҡ эшенең планы эшләнгән. 110 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Породы молочного скота в Башкортостане: история, современное состояние, перспективы и методы совершенствования. Уфа, 2002. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика