НЕДОРЕЗКОВ Владимир Дмитриевич (1.3.1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Яңы Аҡташ а.), агроном, дәүләт эшмәкәре. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2002). РФ‑тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985), РФ‑тың физик культура отличнигы (2007). БАХИ‑ны тамамлаған (1973). 1965—68 йй. Ҡырмыҫҡалы р‑нында эшләй. 1973—87 йй. Күгәрсен р‑нында: “Исем” с‑зы агрономы, 1974 й. алып баш агрономы— дир. урынбаҫары, 1981 й. — А.х. идаралығы нач., 1982 й. — “Октябрьский” с‑зы директоры. 1987 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында, 1990 й. — “Башсельхозхимия” ПБ рәйесе, 1995 й. — БР‑ҙың а.х. һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары, 1997 й. — БР‑ҙың премьер-министры урынбаҫары, 1999 й. — БДАУ ректоры, 2007—08 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ком‑ты ағзаһы. Фәнни хеҙмәттәре а.х. культураларын ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн эндофитлы бактериялар нигеҙендә экологик яҡтан хәүефһеҙ биологик препараттарҙы өйрәнеүгә арналған. Н. ҡатнашлығында фитоспорин биол. препараты эшләнә, БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре а.х. производствоһына индерелә. 110 фән‑ ни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2—3‑сө саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Защита плодовых и ягодных культур. Уфа, 2001 (авторҙ.); Защита полевых культур. 3‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2003 (авторҙ.); Защита овощных культур. М., 2006 (авторҙ.). 

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Яндекс.Метрика