АЛАФУЗОВ БУҪТАУ ФАБРИКАҺЫ, 1852 й. Бәләбәй өйәҙе Түбәнге Троицк Заводы а. Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы булараҡ Д.Е.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: 1852 й. алып Бенардаки, 1870 й. — А.А.Бенкендорф, 1883 й. — И.И.Алафузов, 1894 й. — Алафузов Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы АЙ; 1918 й. национализациялана (ҡара: Башҡортостан буҫтау комбинаты).

19 б. 90‑сы йй. реконструкция үткәрелә (яңы цехтар, кочегарка, ТЭС төҙөлә), Лодзь, Мәскәү, С.‑Петербургтан һәм Германия ҡалаларынан килтерелгән ҡорамалдар ҡуйыла. 1915 й. ҡарата ф‑кала 131 туҡыу станогы, пар, газ генераторлы һәм һыу двигателдәре, динамо‑машина була. Эшселәр һаны 400‑ҙән алып 600‑гә тиклем етә. Урындағы һәм Урта Азия сеймалы файҙаланыла. А.б.ф. һоро шинель, мундир, салбар, аяҡ кейеме буҫтауҙары, ш. уҡ бобрик, драп һәм байка етештерелә, улар Дондағы Ростовта, Ҡазанда, Мәскәүҙә, С.‑Петербургта, Түбәнге Новгородта, Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында һатыла. 1914 й. етештереү күләме 365792 погон метрға етә. Ф‑каның эшселәр өсөн торлаҡ йорттары, 60 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәбе, ҡабул итеү бүлмәһе була. А.б.ф. продукцияһы Парижда Бөтә донъя сәнәғәт күргәҙмәһендә алтын миҙал алған (1900).

Әҙәб.: Краткий очерк двадцатипятилетней деятельности Алафузовских торгово‑промышленных предприятий. 1891—1916 гг. Пг., 1916.

Н.О.Мингалёв

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке