НАФТАЛИН (гр. naphtha — нефть), ароматик углеводород. Таш күмер ыҫмалаһы (8—10%) һәм нефть (6— 7%) составына инә. Төҫһөҙ, үҙенсәлекле еҫле, пластинка рәүешендәге кристалдар, тығыҙлығы 1151,7 кг/м3, tиреү 80,3°С, tҡайнау 218°С, тоҡаныу концентрацияһы 1,7—8,2%, осоусан (50°С т‑рала сублимациялана), һыуҙа насар, органик эретмәләрҙә яҡшы эрей. Микробтарға һәм паразиттарға ҡаршы йоғонто яһай. Ағыулы, һауалағы ПДК‑һы 20 г/м3 тәшкил итә. Изомерҙар ҡатнашмалары барлыҡҡа килтереп, галогенлау, нитратлаштырыу, сульфирлау, алкиллаштырыу, ацилирлау реакцияларына инә. Сәнәғәттә Н. таш күмер ыҫмалаһынан йәки нефтте пиролизлау продукттарынан алына. Органик ярымпродукттар һәм буяуҙар (күбеһенсә фталь ангидриды) алыу өсөн сеймал. Метилнафталиндар — үҫемлектәр үҫешен көйләгестәр, полиметилнафталиндар инсектицидтар синтезында ҡулланыла, Н. күп молекулалы гомологтары сульфокислоталарының тоҙҙары эмульгаторҙар рәүешендә файҙаланыла, монохлорнафталин антидетонатор составына инә. Башҡортостанда Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (В.Н.Кулаков, А.С.Шмелёв, И.Ғ.Әхмәтов) 1960—66 йй. нефть эшкәртеүҙең ҡайһы бер фракцияларының составы тикшерелә, көнсығыш нефттәрҙең каталитик крекингынан алынған еңел газойлдәрендә 15—25% алкилнафталин барлығы асыҡланған. Алкилнафталиндарҙы термик гидродеалкиллаштырыу процесы эшләнгән. М.Ф.Бондаренко һәм В.М.Колычев тарафынан фурфурол йәки парафинлы бензин м‑н экстракциялап газойлдәрҙе ҡулланылған водород миҡдарын арттырыусы парафин‑нафтен һәм бер цикллы углеводородтарҙан арындырыу ысулы эшләнгән. СССР ФА Себер бүлексәһе Катализ ин‑ты м‑н берлектә махсус материалдар һәм ҡапламалар ҡулланмайынса реактор эшләүгә мөмкинселек биргән термик гидродеалкиллаштырыу процесы кинетикаһы тикшерелгән. Процесты проектлау барышында Н. ректификациялап алыу (95%‑ҡа тиклем) тәҡдим ителә. 

Г.А.Кулешова

Тәрж. Л.И.Шарапова

Яндекс.Метрика