Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NASYROV_GINIAT.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/N/NASYROV_GINIAT.jpg'

НАСИРОВ Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы (5.1.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мырҙаҡай а. — 11.6.1980, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Матрай а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1941 й. алып Баймаҡ р‑нының К.Маркс ис. к‑зында эшләй: 1949 й. тиклем звено етәксеһе, 1958—61 йй. рәйес урынбаҫары; 1949—58 йй. Баймаҡ МТС‑ы агрономы. 1961—70 йй. Йылайыр р‑нының “Башҡорт” с‑зында: 1964 й. башлап баш агроном, 1966 й. — өлкән агроном. Н. звеноһы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлығы 30,7 ц/га тәшкил иткән (1947). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948). Н. исеме м‑н Баймаҡ ҡ., Баймаҡ р‑ны Ярат а., Матрай а. урамдар аталған. Матрай һәм Ярат мәҙәниәт йорто биналарында Н. хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: М у р а т о в А. Путь хлебороба //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

 

И.Ғәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика