НАРАТҺАҘ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Мишкә р‑ны Сабай а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Бөрө й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 585 га. Н. терр‑яһында бәләкәй күлдәр м‑н уйһыу һаҙлыҡтар комплексы (торфтың уртаса ҡалынлығы 2 м, иң ҡалыны — 7,5 м) бар. Ландшафы ҡайын, ерек үҫкән һаҙлы урмандарҙан тора; ҡарағай, тал, эт муйылы, ҡара ҡарағат, йәшел, һирәгерәк һаҙ мүге һ.б. осрай. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ике енесле энәле көртмәле, тутыҡ схенус, һаҙлыҡ һаҙанағы һ.б. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Яндекс.Метрика