НАМЁТКИН Сергей Семёнович (21.6.1876, Ҡазан — 5.8.1950, Мәскәү), химик‑органик. СССР ФА акад. (1939), химия ф. д‑ры (1935). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1947). Фәнни хеҙмәттәре нефть химияһы һәм технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Н. тарафынан СССР нефте м‑н тәбиғи газының составы, үҙенсәлектәре тикшерелә, нефть продукттарында туйынмаған углеводородтарҙы билдәләү методикаһы табыла. Н. ҡатнашлығында нефть фракцияларын каталитик ароматлаштырыу процесы эшләнә. Н. тарафынан 2‑се төр камфен төркөмләшеүе асыла, яғыулыҡтар һәм майҙар өсөн присадкаларҙың беренсе классификацияһы тәҡдим ителә. Уның тарафынан сәнәғәт ағынтыларын таҙартыу б‑са комиссия ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР ФА Башҡ‑н экспедицияһының нефть секцияһын етәкләй. Н. етәкс. көкөртлө нефттәрҙән майлай торған май сығарыу ысулы эшләнә, ул Ишембай нефть ҡыуыу з‑дының (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) махсус ҡулайламаһында индерелгән. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1943, 1949). Ленин (1946), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1940, 1944) м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Масла из ишимбаевской нефти //Известия Академии наук СССР. Отделение технических наук. 1942. №9 (авторҙ.); Анализ сернистых соединений лёгких погонов нефти: (критика существующих методов) //Шунда уҡ. 1943. №1—2 (авторҙ.).

 Ә.З.Бикҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика