НАЛИВКИН Василий Дмитриевич (30.4.1915, Петроград — 5.11.2000, С.‑Петербург), геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1968), БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1964). СССР‑ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1958). Д.В.Наливкиндың улы. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1938). 1939 й. алып Өфө партияһы нач., 1942 й. — Урал экспедицияһының баш геологы, 1946 й. — нач., 1949 й. — Волга‑Урал нефтле өлкәһенең, 1955 й. — Көнбайыш Себерҙең сектор етәксеһе; 1965—89 йй. Бөтә Союз нефть ғилми‑тикшеренеү геол.‑разведка ин‑тының (С.‑Петербург) бүлек етәксеһе (өҙөклөк м‑н), 1990—2000 йй. дирекция советнигы. Фәнни эшмәкәрлеге Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһы һәм Көнбайыш Себер нефте геологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Н. етәкс. Өфө яйлаһында һәм Йүрүҙән‑Сылва депрессияһында нефть эҙләү үткәрелә. Н. тарафынан Урал алды бөгөлөнөң палеозой ултырмалары өйрәнелә, Көнсығыш Европа платформаһының һәм Көньяҡ Урал көнбайыш битләүенең протерозой, девон һәм таш күмер ҡатламдарының дөйөм схемаһы төҙөлә; Үрге Кама уйпатлығы айырып күрһәтелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин пр. (1964), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (1996), И.М.Губкин ис. пр. (1951, 1986) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), “Почёт Билдәһе” (1948, 1950) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Фации и геологическая история Уфимского плато и Юрезано‑Сылвенской депрессии. Л.; М., 1950; Тектоника. Волго-Уральская нефтеносная область. Л., 1956 (авторҙ.).

Әҙәб.: К а м а л е т д и н о в М.А. Учёные и время. Уфа, 2007. 

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика