НАЗАРОВ Алексей Михайлович (15.1.1964, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986), Органик химия ин‑тында эшләй (1999 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 2001 й. алып “БР ФА‑ның тәжрибә заводы” ДУП‑ының ғилми эш һәм етештереү б‑са дир., 2009 й. — ген. дир., 2011 й. — “Медфарм‑центр” ЯСЙ‑ның ген. дир. (икеһе лә — Өфө), бер үк ваҡытта 2015 й. башлап ӨДИСУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре оҙаҡ йәшәмәгән интермедиаттар — пероксид радикалдары, карбендар, карбонилоксидтар — химияһы һәм хемилюминесценцияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Н. ҡатнашлығында коррозия ингибиторҙары, эмульгаторҙар, янғын һүндереү өсөн юғары һөҙөмтәле күбекләндергестәр, бактерицидтар һ.б. уйлап табылған, улар БР ФА‑ның Тәжрибә заводында һәм “ТехноХимСинтез заводы” ЯСЙ‑нда (Өфө) индерелгән. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Механизм термического распада дифенилдиазометана в присутствии кислорода //Известия Академии наук. Серия химическая. 1997. №2 (авторҙ.); Фотолиз дифенилдиазометана и фенилметилдиазометана. Карбонилоксид как интермедиат квантово-цепного распада диазометанов в присутствии кислорода //Доклады Академии наук. 2000. Т.371. №5 (авторҙ.). 

О.В.Логинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика