НАДЬКИН Павел Николаевич [11.2. 1911, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ильинск а. (Силәбе өлк. Ҡыҙыл р‑ны) — 5.5.1996, Сибай ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1930 й. алып Баймаҡ р‑нында эшләй: 1934 й. башлап Калинин ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе, 1939—42 йй. һәм 1947—57 йй. М.И.Калинин ис. к‑з рәйесе, 1942 й. алып “Йылайыр” с‑зының бүлек идарасыһы, 1945—47 йй. Баймаҡ МТС‑ы, 1957 й. — “Сибай” с‑зы дир., 1965—68 йй. “Рассвет” к‑зы рәйесе. Н. етәкс. М.И.Калинин ис. к‑з үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы 22 ц/га (1956) тәшкил иткән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1957). Н. исеме м‑н Баймаҡ р‑нының Калинин, Иҫке Сибай аа. урамдары аталған.

Әҙәб.: К у з и н В. Людям полной горстью //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

 

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика