НАДИРОВ Надир Кәрим улы (6.1. 1932, Әзербайжан ССР‑ы Кикач а.), химик‑технолог. Ҡаҙағстан Респ. Мил‑ ли ФА акад. (1983), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Химия ф. д‑ры (1967), проф. (1970). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1982), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1991), Ҡаҙағстан Республикаһының почётлы инженеры (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ҡыҙылурҙа пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1953), Ҡаҙаҡ ССР‑ы Сулаҡ‑Тау ҡасабаһы урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1959 й. алып Хабаровск пед. ин‑тында химия каф. мөдире, 1968 й. — фәнни эштәр б‑са проректор, бер үк ваҡытта Ҡаҙаҡ химия‑технология ин‑тының (Шымкент ҡ.) нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы каф. мөдире. 1975— 84 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Нефть химияһы һәм тәбиғи тоҙҙар ин‑ты (Гурьев ҡ.) дир., 1986—87 йй. төп ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1977— 86 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА Президиумының төп ғилми секретары. 1987— 2000 йй. “Монай” Ғилми‑производство үҙәгенең, бер үк ваҡытта 1990— 93 йй. — “Казнефтебитум” ҒПБ‑ның (икеһе лә — Алматы ҡ.) 1‑се вице-президенты. Фәнни хеҙмәттәре ныҡ ҡуйы нефттәрҙе һәм тәбиғи битумдарҙы сығарыу, ташыу, комплекслы эшкәртеү химияһына, химик технологияһына, ш. иҫ. углеводородтарҙы каталитик гидрирлау һәм гидрогенолизлауға, арналған. 950‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 260 уйлап табыу авторы. 1997 й. алып Ҡаҙағстан Республикаһы Милли инженерлыҡ акад. 1‑се вице‑президенты, 1998 й. — “Нефть и газ” (“Нефть һәм газ”) ж. баш мөхәррире (Алматы). 1997 й. Ҡаҙағстан Респ. “Барбанг” курдтар ассоциацияһы президенты, 2004 й. — почётлы президенты. Ҡаҙаҡ ССР‑ының фән һәм техника өлк. Дәүләт пр. (1980), И.М.Губкин (1983), Ҡ.И. Сәтбаев (2003) ис. пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Новые нефти Казахстана и их использование: в 8 кн. Алма‑Ата, 1979—1987 (авторҙ.); Нефтебитуминозные породы: в 5 кн. Алма‑Ата, 1982—1988 (авторҙ.); Высоковязкие нефти и природные битумы: в 5 т. Алма‑Ата, 2001 (авторҙ.).

Э.Ғ.Теләшев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика