НАДЕЖКИН Станислав Наумович (4.11.1940, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк игенселек с‑зы бүлексәһе, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Комсомол а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1995), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) 1966 й. тиклем Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында агроном булып эшләй. 1968—2013 йй. БДАУ‑ҙа: 1981—89 йй. агрономия ф‑ты деканы, 1983—2012 йй. аҙыҡ етештереү каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тәбиғи һәм культуралы аҙыҡ биләмәләрен ҡулланып мал аҙыҡтары етештереүҙең конвейер системаһын булдырыуға, мал аҙығы культураларын (амарант, балтырған, көнсығыш кәзә үләне, топинсолнечник һ.б.) интродукциялауға арналған. 260 фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 1999; Бобовые травы в севообороте. Уфа, 2002 (авторҙ.); Клевер луговой. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Яндекс.Метрика