МУРТЫҠТЫ, Учалы р‑нындағы алтын мәғдәне ятҡылығы, Ильинка а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1890 й. алып билдәле, БР‑ҙың разведкаланған алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының иң ҙурҙарынан һанала. Магнитогорск мегасинклинорийының төньяҡ өлөшөндә (Туңғатар һынылышы зонаһы) урынлашҡан. Мәғдәнләнеү березит‑лиственит составлы метасоматиттар араһында ята, улар габбро-диабаз м‑н үтә сыҡҡан урта һәм өҫкө девон базальттарының лавалары һәм туфтары, кремнезёмлы һәм вулканоген‑ултырма тоҡомдары буйлап үҫешкән. Мәғдән есемдәре ваҡланыу һәм бүленеү зоналарында локалләшкән. Һуҙылыу азимуты 24— 45°, ауышыу мөйөштәре 60—90°. Һуҙылыуы б‑са оҙонлоғо 400—1225 м, ауышыуы б‑са — 50—400 м, уртаса ҡалынлығы 2—3 м. Мәғдәндәре тар тамырлы‑бөртөклө. Мәғдән минералдары — пирит, сфалерит, халькопирит, галенит, саф алтын һ.б. Юлаҡлы минералдар — кварц, карбонаттар, серицит, хлорит, альбит һ.б. 20—50 м тәрәнлеккә тиклем еткән окисланған мәғдәндәрҙәге мәғдән минералдары — гётит, лимонит, ярозит, церуссит, халькозин һ.б. РФ‑тың Файҙалы ҡаҙылмалар запастары б‑са дәүләт комиссияһының классификацияһына ярашлы 3‑сө төркөмгә ҡарай. 360—400 м тәрәнлеккә тиклем разведкаланған. Ятҡылыҡтарҙың запастарын иҫәпләү борт‑ тағы алтындың шартлы миҡдары 2 г/т кимәлендә башҡарыла. Беренсел мәғдәндәрҙең C1 һәм C2 категориялы баланс запастары 4016,1 мең т, алтын — 24404,3 кг, көмөш — 51,6 т, C1 һәм C2 категориялы окисланған мәғдәндәр — 457,0 мең т, алтын 3323,1 кг миҡдарҙа раҫланған. 1996—2007 йй. окисланған мәғдән запастары башлыса «“Башҡортостан алтын табыу компанияһы” ғилми-производство фирмаһы» (Учалы ҡ.) тарафынан эшкәртелә, өйөмләп һелтеләү технологияһы ҡулланыла. Сульфид мәғдәне ятҡылыҡтарын үҙләштереү үткәрелмәгән.

Әҙәб.: Золото Урала. Коренные месторождения Урала /В.Н.Сазонов [и др.]. Екатеринбург, 1993; Полезные ископаемые Республики Башкортостан (золото). Ч.1 /Д.Н.Салихов [и др.]. Уфа, 2005. 

С.Е.Знаменский

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке