МУРИНОВЮрий Ильич (4.3.1942, Өфө), физикхимик. Химия ф. дры (1982), проф. (1986), БАССРҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). БДУны тамамлағандан һуң (1966) Стәрлетамаҡ химия здында эшләй. 1967 й. алып Органик химия интында (1982 й. башлап лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1985—90 йй. БДУла органик булмаған химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре лантаноидтар, актинидтар һәм затлы металдарҙың координация химияһын, полидентат органик берләшмәләрҙең экстракция-сорбция тигеҙләнештәрендә реакцияға һәләтлелеген тикшереүгә арналған. М. етәкс. нуклеин нигеҙҙәре сығарылмалары, тритерпен гликозидтары, олигошәкәрҙәрҙең супрамолекуляр системалары йүнәлешле синтезлана, ферментлы катализ системаларының моделдәре, биопестицидтарҙы һәм тәьҫире йүнәлешле булған, сығыуы контролдә тотолған дарыу берләшмәләрен микрокапсулалаштырыуҙың фәнни нигеҙҙәре эшләнә. РФАның И.В.Курчатов ис. Атом энергияһы инты (Мәскәү) мн берлектә реактор эсендәге процестарҙы нейтрино ярҙамында диагностикалау өсөн спектрометр эшләнә. М. ҡатнашлығында тәүге тапҡыр нефть сульфидтарын, сульфоксидтарын һәм сульфондарын гидрометаллургияла ҡулланыуҙың перспективалы булыуы күрһәтелә, һирәк, төҫлөһәм затлы металдарҙы сығарып алыу технологиялары тәҡдим ителә, көкөрт һәм азот ингән берләшмәләр нигеҙендәге флотореагенттарҙың һәм экстрагенттарҙың яңы кластары өйрәнелә, дарыу (оксиметацил) һәм ветеринария (клатрапростин, аскоцин) препараттары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары (баверсан, мобан), парниктар һәм теплицалар өсөн фоторедукциялау материалдары, микроэлектроникала ҡулланыу өсөн композициялы үткәргес, диэлектрик һәм резистив пасталар, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн Викор коррозия ингибиторы уйлап табыла. 500ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. РФ Дәүләт пр. лауреаты (1992).

Х е ҙ м.: Экстракция металлов S, Nорганическими соединениями. М., 1993 (авторҙ.); Вольтамперометрия с модифицированными и ультрамикроэлектродами. М., 1994 (авторҙ.). 

Ф.А.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке