МУЛДАҠКҮЛ, Б у л д а к ү л, М у л д а ҡ, Т о ҙ л о к ү л, Йәнгел й. басс. күл, БР‑ҙа иң тоҙло күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Әбйәлил р‑ны Михайловка а. көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Урал аръяғы яйлаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 6,2 км2, оҙонлоғо 3,1 км, уртаса киңлеге 2,0 км, уртаса тәрәнлеге 2,1 м (макс. 2,5 м), һыу күләме 13,1 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 49,6 км2. Карст күле, карбон тоҡомдарында (аргиллит ҡатыш эзбизташтар) барлыҡҡа килгән; соҡоро түңәрәк, төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған, симметриялы; төбө ләмле. Тымыҡ күл, составында минераль ләмдәр бар (күләме яҡынса 1 млн т). Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы әсе‑тоҙло, хлорид‑магнийлы (12,6 г/л). Күл мезотрофлы. Ярҙары һөҙәк, ҡомло. Күлдең тирә‑яҡ ландшафы типсәк- ҡылғанлы далаларҙан тора. Яр буйында аралы мамығүлән, боросло ҡымыҙлыҡ, европа татырланы, ҡаҙ үләне, ҡамыш һ.б. үҫә. Күл исеме антропонимдан сыҡҡан, тип фараз ителә.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке