МӨХӨТДИНОВ Хәким (Хәкимйән) Ғәйфулла улы [22.7.1922, БАССР‑ҙың Тамьян‑Ҡатай кантоны Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 26.5.1988, Учалы р‑ны Учалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938—41 йй. һәм 1949— 84 йй. Учалы р‑нында эшләй: 1949 й. алып комбайнсы‑механик, 1954—58 йй. РТС механигы, 1959 й. башлап “Совет” к‑зының партия ойошмаһы секретары, 1960 й. — май з‑ды дир., 1965—68 йй. “Сельхозтехника” берекмәһе идарасыһы урынбаҫары һәм 1975—77 йй. инженеры, 1968—74 йй. Дәүләт һунарсылыҡ инспекцияһының һунар белгесе, 1977 й. алып тирмән комб‑ты директоры. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән: 1950 й. 650 га майҙанда 13,6 ц/га төшөмлө иген культуралары урып йыйылған. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1951, 1952). М. исеме 98‑се һөнәрселек училищеһына бирелгән (2001, Учалы р‑ны).

Әҙәб.: К а з а к к у л о в Г. Первая борозда //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке