АНДРЕЕВКА, Бишбүкән, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2302 кеше; 1920 — 2598; 1939 — 2036; 1959 — 1521; 1989 — 826; 2002 — 877; 2010 — 896 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Андреевка урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Сударушка” халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 222 йортта 1584 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, һатыуға ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1820 й. төҙөлгән), училище, поташ заводы, 3 һыу һәм 2 ел тирмәне, пристань, 16 сауҙа кибете булған; улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, ир һәм ҡыҙ балалар өсөн земство мәктәптәре, 3 буяу һәм 3 май һығыу йорто, 3 кирбес һуғыу з‑ды, 5 ел тирмәне, 2 иген һурҙыртҡыс, 5 тимерлек, фельдшерлыҡ пункты, халыҡ аудиторияһы, 11 бакалея, шарап һәм 2 һыра кибете, 2 мөгәзәй, пристань теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ септә һуғыу билдәләнгән. 20 б. башында сауҙагәр Груздев тарафынан төҙөлгән 3 бинанан торған комплекс һәм Иоанн Предтеча сиркәүе (кирбес) бинаһы — тарих һәм архитектура ҡомартҡылары. А.П.Шутов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.