МӨХӘМӘТШИН Вячеслав Шәрифулла улы (12.5.1957, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник ф. канд. (1985), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 1985 й. алып ӨДНТУ‑ның Октябрьский филиалында уҡыта, 1997 й. — дир., бер үк ваҡытта нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм үҙләштереү каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге продуктлылығы түбән булған нефть ятыштары геологияһы һәм уларҙы үҙләштереү м‑н бәйле. М. тарафынан карбонатлы коллекторҙарҙа ҡатмарлы нефть ятыштарын үҙләштереүҙең комплекслы системаһы нигеҙләнә. 130 фәнни хеҙмәт авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2001). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4—5‑се саҡырылыш депутаты. 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке