МУРСАЛИМОВ Виктор Степанович (22.12.1937, Өфө — 27.5.2015, шунда уҡ), селекционер. А.х. ф. канд. (1971). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1993). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Әбйәлил р‑нында эшләй: “Красная Башкирия” с‑зының өлкән зоотехнигы, 1963 й. алып “Йәнгел” с‑зының баш зоотехнигы. 1967—2010 йй. БНИИСХ‑ла: 1978 й. тиклем һәм 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — лаб. мөдире, 1996 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1999 й. — дир. урынбаҫары, 2000 й. — лаб. мөдире. 1978—84 йй. Бөтә Рәсәй тоҡомсолоҡ эше ҒТИ‑ның (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге һөт йылҡысылығына, ҡымыҙ эшләүгә, йыл буйына көтөүлектә аҫрау шарттары өсөн йылҡының иң продуктлы тибын сығарыуға арналған. Башҡорт атының завод тибы һәм завод линияһы авторы. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Башкирская лошадь. Уфа, 1988 (авторҙ.); Рациональное ведение продуктивного коневодства в Башкирской АССР. М., 1988 (авторҙ.); Заводская линия Спектра в башкирской породе лошадей. Уфа, 1992 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке