МӨҘӘРИСОВ Ринат Мансаф улы (1.5.1953, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Туҡмаҡлы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлаған (1978). 1973 й. алып БДАУ‑ҙа эшләй: 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм-р, 1985 й. — уҡытыусы, 1994—97 йй. зооинженерия ф‑ты деканы урынбаҫары, 1998— 2002 йй. уҡытыу‑методика һәм вузға тиклемге әҙерлек бүлеге мөдире, 2004—05 йй. ғилми‑тикшеренеү бүлеге нач., 2009 й. башлап шәхси зоотехния һәм малдарҙы үрсетеү каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре етештереүҙең интенсив технологиялары шарттарында һыйыр малының продуктлылығын арттырыуға, ҡим‑ мәтле тиреле йәнлектәр продукцияһының хужалыҡ-биол. билдәләрен һәм сифатын яҡшыртыуға арналған. М. ҡатнашлығында һуғым малын тотоуҙың технологиялары төрлө булғанда ит етештереүҙе ойоштороу, йәнлекселектә B‑актоинвиты, мелапол һәм эраконд файҙаланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең а.х. индерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Резервы повышения продуктивности пушного звероводства России. М., 2002 (авторҙ.); Использование нетрадиционных белковых кормов и биологически активных веществ в животноводстве и птицеводстве. Уфа, 2006 (авторҙ.); Правовые основы ведения охоты и охотничьего хозяйства в Российской Федерации. СПб., 2015 (авторҙ.). 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке