МОТАЛОВ Миңлеәхмәт Ғилметдин улы (19.3.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны 1‑се Йәнтеш а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Йәнтеш а., — 5.4.2012, Өфө), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1961), проф. (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1963). Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын ин‑тын тамамлаған (1953). 1942—45 йй. Бүребай рудник идаралығында эшләй, 1954—55 йй. Ҡырғыҙ геол. идаралығының (Фрунзе) партия начальнигы. 1958 й. алып Геол. ин‑тында (1964 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1976 й. — Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә, 1979—82 йй. һәм 1994—2001 йй. Өфө сервис технология ин‑тында, 1982 й. — Өфөнөң сәнәғәт пр‑тиеларында, 1985 й. — ӨНИ‑лә, 1992—96 йй. “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә, 2001—07 йй. Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Уралдың баҡыр колчеданы ятҡылыҡ‑ тары геологияһын тикшереүгә бәйле. М. тарафынан баҡыр колчеданы мәғдәндәрендә һәм уларҙан эшкәртелгән продукттарҙа булған ерҙә һирәк элементтарҙы һан яғынан бүлеү законлыҡтары асыҡлана, сеймалды комплекслы файҙаланыуҙың иҡт. һөҙөмтәлелеген иҫәпләү методикалары, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының геол.‑иҡт. баһалары уйлап табыла. Ул Исмәғил Тасимов, В.Н.Татищев һәм А.Н.Заварицкий эшмәкәрлеген, тау эше белеме биреү тарихын өйрәнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Уралдың тылсымлы таштары. Өфө, 1984; Цветные и облицовочные камни Башкирии. Уфа, 1986 (авторҙ.); Корифей нефтяной геологии. Уфа, 2001.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.