МОТOР ЯҒЫУЛЫҒЫ, шыйыҡ уг‑ леводородтарҙың углеводород булмаған ҡушылмалар, төрлө сығышлы компоненттар һәм присадкалар м‑н ҡатнашмаһы, двигателдәр өсөн яғыулыҡ итеп ҡулланыла. М.я. бензин, дизель яғыулығы, газ турбиналы яғыулыҡ, реактив яғыулыҡ, судно яғыулығы, альтернатив яғыулыҡ (шыйыҡландырылған һәм ҡыҫылған тәбиғи газдар, спирттар, уларҙы эшкәртеү продукттары һәм бензиндар м‑н ҡатнашмалары, яғыулыҡ ҡатнашмалары, синтетик шыйыҡ яғыулыҡ, биояғыулыҡ, водород) төркөмдәренә бүленә. М.я. башлыса нефтте, углеводород газдарын эшкәртеү ярҙамында, альтернатив яғыулыҡ нефть булмаған сеймалдан алына. Башҡортостанда М.я. бөтә нефть эшкәртеү з‑дтарында сығарыла. Нефть техник университетында, Нефтехимия эшкәртеү институтында М.я. алыу технологиялары камиллаштырыла.

Әҙәб.: Г у р е е в А.А., Ф у к с И.Г., Л а ш х и В.Л. Химмотология. М., 1986; А х м е т о в С.А. Технология глубокой переработки нефти. Уфа, 2002. А.Ф.Әхмәтов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.