МОСТАФИН Сабир Кәбир улы (31.3.1952, Фрунзе), инженер‑геолог, эколог‑аудитор. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1994). Журналистар союзы ағзаһы (2005). Ташкент ун‑тын (1974), Халыҡ‑ара бойондороҡһоҙ экология‑политология ун‑тын (Мәскәү, 2008) тамамлаған. 1974 й. алып Ташкент ун‑тында эшләй; 1976 й. — Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА‑ның Геология ин‑тында (Фрунзе) өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р; 1990 й. башлап РФА‑ның Мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы, петрография, минералогия һәм геохимия ин‑тында (Мәскәү). 1994 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең Геология ин‑тында төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1994—2002 йй. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда, 1995 й. — БДУ‑ла, 2006 й. — ӨДНТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы, мегаполистар геоэкологияһы м‑н бәйле. М. тарафынан файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙең, минераль сеймал, техноген ятҡылыҡтары сифатының экологик һәм иҡт. проблемалары өйрәнелә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡ‑н респ. бүлексәһе рәйесе (2004 й. алып). Рәсәйҙең Ирекле иҡт. йәмғиәте ағзаһы (“Тәбиғәтте файҙаланыу иҡтисады” секцияһы; 2007).

Х е ҙ м.: Тяжёлые металлы и радионуклиды в углеводородах: генетический и экологический аспекты //Тяжёлые металлы и радионуклиды в окружающей среде: докл. Междунар. конф. Семипалатинск, 2006; Территориальный маркетинг и брендинг: теоретические основания, страновой и региональный опыт для России //Социальные аспекты имиджевой политики региона. М., 2011 (авторҙ.); Золотой потенциал Урала: современное состояние и инновационные перспективы расширения //Геология и минерально‑сырьевые ресурсы Северо‑Востока России: сб. науч. тр. Якутск, 2013. 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.