АЛАТОР, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Тыуыш й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 903 кеше; 1920 — 825; 1939 — 832; 1959 — 583; 1989 — 611; 2002 — 666; 2010 — 718 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, бинаһында балалар баҡсаһы, клуб, китапхана урынлашҡан Соц.-мәҙәни үҙәк бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1720 й. купчий ҡағыҙы б‑са Алатырь ҡ. һөргөнгә ебәрелгән стрелецтар Прокофьев һәм Рябов нигеҙ һала. Шулай уҡ Рождественский исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 85 йортта 508 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ, умарт‑ҡ, арба тәгәрмәстәре һәм туғындары яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Ат тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, 2 кирбес йорто, 3 тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. В.К.Трапезников ошо ауылда тыуған.

Р.Х.Нуриева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.