МОРЯКОВ Юрий Петрович (27.2. 1937, Өфө — 2.3.1997, БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йылайыр с‑зының Үҙәк усадьбаһы а., хәҙ. ш. уҡ райондың Урғаҙа а.), агроном. РФ‑тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1997), БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Баймаҡ р‑нында эшләй: “Еңеү” к‑зы агрономы, 1962 й. алып “Һәүәнәк” с‑зының, 1964 й. — Баймаҡ тәж.‑производство хужалығының, 1968 й. — “Баймаҡ” с‑зының, 1973 й. — “Йылайыр” совхоз-техникумының баш агрономы. М. тарафынан Урал аръяғы дала зонаһында игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһы алымдары, ҡара һолоға ҡаршы көрәш б‑са агротехник ысул индерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976). 

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке