МОРАҘЫМ ТАРЛАУЫҒЫ, тәбиғи парк. 1998 й. эталон тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, ял һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторолған; М.т. бер өлөшө Эйек заказ‑ нигы сиктәрендә ята. 2012 й. алып “Башҡортостан Уралы” биосфера резерваты составына инә. Күгәрсен һәм Йылайыр р‑ндары сиктәрендә Оло һәм Кесе Эйек йй. (Һаҡмар й. басс.) басс. урынлашҡан. Майҙаны 23,6 мең га, терр‑яһының 69%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә тәпәш таулы, тарлауыҡ үҙәндәре бар; көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә — йырғыланған, көньяҡта — йыуылған. Карст үҫешкән. Парк терр‑яһында 46 мәмерйә, ш. иҫ. иң ҙурҙарҙың береһе — Яңы Мораҙым мәмерйәһе, бар; 36 мәмерйә Мораҙым тарлауығында (Күгәрсен р‑ны Мораҙым а. эргәһендә Оло Эйек й. үҙәненең бер өлөшө) урынлашҡан. Киң япраҡлы, асыҡ ылыҫлы урмандар, ташлы, ҡыуаҡлы һәм ҡылғанлы далалар таралған, сағыл һәм һыубаҫар болондар осрай. Флораһында 500‑ҙән ашыу төр ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр, ш. иҫ. 17 реликт (алтай елемүләне, бәғәнәш, еҫле бөрмәкәй, оҫҡон йыуаһы һ.б.) һәм 11 эндемик (Гельм астрагалы, Карелин астрагалы, Роберт яраны, татар ҡутырбашы, төньяҡ шиверекия үләне һ.б.) бар. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 17 һирәк төрө (Биберштейн тюльпаны, көмөш төҫлө япраҡлы тәңкәғуҙаҡ, энә япраҡлы ҡәнәфер һ.б.), шулар араһынан дөйә ҡылған, Залесский ҡылғаны, йөнтәҫ япраҡлы ҡылған, йәмле ҡылған, ҡаты япраҡлы еҙүлән, Литвинов торна борсағы, урыҫ сыбар сәскәһе, ысын кәкүк ситеге РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Фаунаһы бай: имеҙеүселәрҙең — 27 төрө, ер-һыу хайуандарының — 5, һөйрәлеүселәрҙең — 4, балыҡтарҙың 9 төрө бар. Аҡҡуян, америка шәшкеһе, бүре, йәтсә, кеҫәртке, ҡабан, мышы, себер ҡоралайы, һеләүһен, һыуһар һ.б. йәшәй. Ҡоштарҙың 122 төрө (кәкүк, ҡор, мышар барҡылдағы, һуйыр һ.б.) оялай. Фаунаһында хайуандарҙың 21 һирәк төрө бар, шуларҙың 11‑е — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына (аҡсабан, күк ҡарға, ҡама, ҡом һайыҫҡаны, марал, осар тейен, төньяҡ шымамороно, һоро торна, һыуыр һ.б.), 10‑ы РФ‑тың Ҡыҙыл китабына (балабан, бөркөт, европа бәрҙеһе, көсөгән, ҡарағош, өкө, сапсан һ.б.) индерелгән. М.т. мәмерйәләре һәм геол. төҙөлөшө т‑да мәғлүмәттәр геологтар Л.В.Анфимов, Ә.З. Гәрәев, Ю.В.Казанцев, Т.Т. Казанцева, М.А.Камалетдинов, М.Т. Крупенин, И.К.Кудряшов, В.С. Кузнецов, В.И.Мартин, А.И.Смирнов, Ю.В. Соколов һ.б. хеҙмәттәрендә бирелгән.

Әҙәб.: А б д у л л и н Ф.Ф., К а з а р г у л о в М.З., П о з д н я к о в а Э.П. Природный парк “Мурадымовское ущелье” //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2003. Т.8. №2. 

Э.П.Позднякова

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.