МООР Пётр Семёнович [25.12.1934, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Алексеевка а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 25.9.2014, Кассель ҡ., Германия; Берлинда ерләнгән], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). БАХИ‑ны тамамлаған (1962). 1955—94 йй. Благовар р‑нындағы “Рәсәй” АЙ‑нда эшләй: баш агроном, 1964 й. алып рәйес. 1995—98 йй. Өфөләге РФ б‑са Саксония иҡт. хеҙмәттәшлек контакт бюроһы етәксеһе. М. етәкс. хужалыҡ үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы 35 ц/га; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3872 кг, иген етештереү 9000 т ашыу тәшкил итә. РСФСР ЮС‑ының 10‑сы саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964, 1976), “Почёт билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке