МОНОМЕРҘАР (моно... һәм гр. meјros — өлөш), үҙ‑ара йәки башҡа берләшмәләрҙең молекулалары м‑н реакцияға инеп полимерҙар барлыҡҡа килтергән түбән молекуляр берләшмәләр. Полимер барлыҡҡа килтереү барышына бәйле полимерла‑ шыу һәм поликонденсация өсөн М. айыралар. Шулай уҡ сомономерҙарҙы (сополимеризация йәки сополиконденсация реакцияларында ҡатнашалар) һәм макромономерҙарҙы (ҡара: Олигомерҙар) айыралар. М. ҡабатлаулы бәйләнешле (олефиндар, диендар, ацетилендар, нитрилдар һ.б.) йәки цикллы төркөмлө (этилен окисы, цикллы эфирҙар, лактондар, лактамдар һ.б.), ике йәки унан күберәк функциональ төркөмлө (дикарбон к‑талары, диаминдар, аминокислоталар, диизоцианаттар һ.б.) берләшмәләр керә. М. етештереү өсөн сеймал итеп башлыса нефть эшкәртеү продукттары ҡулланыла, уларҙан бутадиен, пропилен, этилен һ.б. айырып алалар. Улар нигеҙендә ви‑ нилхлорид, этилен окисы, стирол, фенол һ.б. алалар. Ҡайһы бер М. органик синтез, урман һәм күмер химияһы продукттарынан сығарып алалар. М. етештереү үҙенсәлеге — продукттың таҙалығына юғары талаптар ҡуйылыуы (мәҫ., этилен өсөн сит ҡушымталарҙың кимәле 0,001% артмаҫҡа тейеш). Башҡортостанда ярашлы полимерҙар һ.б. продукттар алыу өсөн винилхлорид (“Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ, ҡара: “Каустик”), стирол, этилен (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ), фенол (“Уфаоргсинтез” ААЙ), дифенилолпропан (Өфө НЭЗ‑ы), изопрен (“Синтез‑Каучук” ААЙ, ҡара: “Каучук”) етештереү ойошторолған. 50— 60‑сы йй. Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда полиэфир ыҫмалалары өсөн М. — фталь ангидриды (А.Х.Шәрипов) һәм пиромеллит диангидриды (В.П.Борщенко, Б.И.Голованенко, В.Н.Кива, Шәрипов) — синтезлау ысулдарын яҡшыртыу һәм М. алыу технологияһын эшләү өҫтөндә тикшеренеүҙәр алып барыла. ӨНИ‑лә — терефталь к‑таһын (Ә.З.Бикҡолов, Р.Н.Хлёсткин), Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында йылыға сыҙамлы үҙенән-үҙе һүнгән ыҫмалалар өсөн (А.В.Иванов, Н.Н.Мельников, В.Д.Симонов) дихлормалеин ангидриды алыу ысулдары эшләнә. 70—90-сы йй. синтетик полимерҙар етештереү өсөн сеймал базаһын киңәйтеүгә йүнәлгән тикшеренеүҙәр алып барыла. Органик химия ин-тында полимерлашыу реакцияларында сомономер итеп — көкөрт ангидриды (А.И.Воробьёва, Ю.Б.Монаков), углерод диоксиды (Р.Х.Ҡудашев, Монаков), Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында эпихлоргидрин етештереүҙә өҫтәмә продукт булған полихлорорганик берләшмәләр ҡулланыла (С.Г. Карчевский, С.Н.Лакеев, Ю.А.Сангалов). Шулай уҡ Органик химия ин‑тында үҙенән-үҙе шыйыҡланған кумилхлоридты полимерлашыу реакцияһына индереү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Ю.Я.Нелькенбаум, Сангалов).

Әҙәб.: В а ц у л и к П. Химия мономеров. Т.1. М., 1960; Ч ё р н ы й И.Р. Производство мономеров и сырья для нефтехимического синтеза. М., 1973.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.