АЛАТАУБАЛА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Алатау һырты армыты. Ишембай р‑ны буйлап Үрек й. үрге ағымынан Ҡолғона а. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, киңлеге 3 км тиклем, абс. бейеклеге 548 м ашыу. Алатауайыры һәм Ҡалыуайыры йй. (Еҙем й. басс.) һыу айырғысы булып тора. Өҫкө рифейҙың инйәр һәм минйәр свиталары эзбизташтары, ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтары, доломиттарынан тора. Ландшафтары һоро урман тупрағындағы ҡайын-уҫаҡ-ҡарағай һәм йүкә-имән-ҡарағай урмандарынан ғибәрәт.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.