МОГАР (Setaria italica), и т а л ь я н ш ы р т ү л ә н е, и т а л ь я н т а р ы һ ы, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Ҡырағай рәүештә башлыса Азияла таралған. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, төклө, бейеклеге 50—100 см. Япрағы оҙон, киң. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, авг.—сент. өлгөрә. Мал аҙығы үҫемлеге һәм ашарға яраҡлы үҫемлек. 2 экотибы айырыла: тау‑сағыл, йәки М. үҙе (тиҙ өлгөргән ҡыуаҡлы үҫемлек), һәм үҙән‑һуғарылыусан, йәки ҡунаҡ (оҙон, ҡаты һабаҡлы үҫемлек). Башҡортостанда тау‑сағыл М. үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,5— 3,5 г. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы һәм йылы яратҡан үҫемлек, уны үҫтерер өсөн һаҙланған һәм әсе тупраҡ яраҡһыҙ. Төп элгәрҙәре: күп йыллыҡ үләндәр, бер йыллыҡ үләндәр һәм аралыҡлы культуралар. Орлоҡтарҙы тотош рәтле сәсеү ысулы м‑н сәсеү нормаһы (мал аҙығына) 16— 20 кг/га, киң рәтле (орлоҡҡа) — 8— 10 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 3—4 см. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 217, бесән — 70,8, орлоҡ — 29,1; 100 кг йәшел массала 17 мал аҙығы берәмеге һәм 1,8 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, 100 кг бесәндә шуға ярашлы 55 һәм 5,5 (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1977). Йәшел мал аҙығы, бесән итеп һ.б. ҡулланыла. М. сорттарын булдырыу һәм агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. уртаһынан алып Ауыл хужалығы институтында үткәрелә (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Э.М.Кузеев, В.А.Михеев, С.С.Умов һ.б.). Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары сығарған Башкирский, Бельский һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Агротехнические рекомендации по возделыванию кормовых культур в Республике Башкортостан. Уфа, 2001. 

Э.М.Кузеев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.