МОВСУМЗАДЕ Эльдар Мирсамед улы (8.9.1948, Баҡы), инженер‑технолог. Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (2009), химия ф. д‑ры (1983), проф. (1986). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1990), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). Әзербайжан нефть һәм химия ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1967) шунда уҡ эшләй: 1980— 83 йй. химия‑технология ф‑ты деканы урынбаҫары, 1986 й. — дөйөм химия каф. мөдире, 1987 й. — фәнни эштәр б‑са проректор. 1993 й. алып Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑нда дир. урынбаҫары, ӨДНТУ уҡытыусыһы (икеһе лә — Өфө), бер үк ваҡытта 2003 й. алып “Сибур” акционерҙар компанияһының Эшкәртеү һәм реконструкция департаменты дир., 2006 й. — “Себер‑Урал нефтегазохимия компанияһы” ААЙ‑нда химия һәм нефть эшкәртеү производстволары б‑са советник, 2009—15 йй. — Рәсәй мәғариф академияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштағы аҙ һанлы халыҡтарға белем биреү ин‑ты директоры (бөтәһе лә — Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре координациялы берләшмәләр, нитрилдар химияһы, нефтехимия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, Башҡортостанда фән һәм техника үҫешенең тарихын өйрәнеүгә арналған. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. РФ хөкүмәтенең фән һәм техника (2005, 2007), мәғариф (2011) өлкәһендәге пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Становление газопереработки в Башкортостане. М., 1998 (авторҙ.); Гуманитаризация инженерно‑технического образования. М., 2007; Переработка синтетической нефти. СПб., 2013 (авторҙ.).

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.