МИХЕЕВ Василий Архипович [1.1. 1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бишбүләк а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 31.7.1988, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1947). СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1949). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һамар а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1927) шунда уҡ эшләй, 1930 й. алып Ырымбур зооветеринария ин‑тында уҡыта, 1931 й. — Ырымбур ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р. 1934 й. башлап Башҡ‑н малс‑ҡ тәжрибә ст. сектор мөдире, 1952 й. — Биол. ин‑тында, 1957—64 йй. — БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре мал аҙығы культураларын селекциялауға һәм үҫтереү технологияларын эшләүгә, тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең уңдырышлылығын арттырыуға арналған. М. тарафынан могар (Уфимский), люцерна (Уфимская 7), ҡандала үләне (Альшеевский), ҡылсыҡһыҙ күстерә (Башкирский) сорттары сығарыла. М. ҡандала үләнен үҫтереү технологияһын эшләй, ул БР‑ҙың а.х. индерелә. 60 фәнни хеҙмәт авторы. Х е ҙ м.: Улучшение лугов и пастбищ. Уфа, 1964 (авторҙ.); Организация зелёного конвейера. Уфа, 1966; Культурные сенокосы и пастбища. Уфа, 1969.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.