МИХАЙЛОВСКИЙ Николай Константинович (19.12.1903, Тверь губ. Матвеево а. — 19.1.1965, Мәскәү), инженер‑геолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1935). 1945—53 йй. “Туймазанефть” тресының геол. бүлеге начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы м‑н бәйле. М. етәкс. Туймазы нефть ятҡылығында контур аръяғы буйлап һыу ебәреү индерелә, тәүге тапҡыр һыу ҡыуҙырыу скважиналары төҙөү технологияһы эшләнә, девондың продуктлы ҡатламдары тикшерелә. Сталин пр. лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1948). 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке