МИФТАХОВ Мансур Сәһәрйәр улы (23.7.1947, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Боғҙан а.), химик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), химия ф. д-ры (1988), проф. (1991). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Миәкә р‑ны Боғҙан урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1972 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй: 1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре түбән молекуляр биокөйләгестәрҙе, ш. иҫ. эйкозаноидтарҙы (простагландиндарҙы, простациклиндарҙы, тромбоксандарҙы, левугландиндарҙы, лейкотриендарҙы һ.б.) һәм уларҙың аналогтарын, тулыһынса синтезлауға арналған. М. тарафынан табыуы ҡыйын булған тәбиғи берләшмәләрҙе (нейраминидазаның карбоциклик ингибиторҙары, яман шешкә ҡаршы тәьҫир итеүсе эпотилон макролидтары, В гепатиты вирусына ҡаршы әүҙем булған энтекавир карбонуклеозиды) синтезлау ысулдары уйлап табыла, медицинала ҡулланыу өсөн перспективалы берләшмәләр (ашҡаҙан‑эсәк юлы ауырыуҙарынан һаҡлаған простагландин — 11‑дезоксимизопростол тәҡдим ителә) алына. М. ҡатнашлығында а.х. малдарының репродуктив системаһын дауалау өсөн дарыуҙар (клатрапростин, эстуфалан) табыла һәм уларҙы етештереү үҙләштерелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. РФ‑тың Дәүләт пр. лауреаты (1992).

Х е ҙ м.: Простагландины и их аналоги в репродукции животных и человека. Уфа, 1989 (авторҙ.). 

Ф.А.Вәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.