МИРОЛЮБОВ Серафим Николаевич (23.12.1913, Тверь губ. Берново а. — 10.1.1998, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1976). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1941) “Башнефтегеофизика” тресында эшләй: 1942 й. алып партия нач., 1945 й. — өлкән инженер; 1946 й. башлап Туймазы промысла‑геофизика контораһында (Октябрьский ҡ.): 1948 й. алып баш инженер, 1950 й. — партия нач., 1952 й. — контора идарасыһы; 1953— 76 йй. “Башнефтегеофизика” тресы идарасыһы. М. етәкс. Арлан геофизик эштәр идаралығы, Краснохолм, Саҡмағош, Шкапов промысла геофизика экспедициялары, Татарстанда, Удмуртияла, Ырымбурҙа, Пермь крайында, Һарытау, Свердловск һәм Төмән өлк., Белоруссияла, Ҡаҙағстанда геофизика трестары ойошторола; дөйөм тәрәнлек нөктәһе ысулы, скважиналарҙы геофизик тикшереүҙең ядро һ.б. ысулдары, каротаж станциялар индерелә. Арлан, Туймазы, Шкапов һ.б. нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа һәм үҙләштереүҙә ҡатнаша. Окт. Революцияһы (1971), “Почёт Билдәһе” (1959) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Р.Б.Болғаҡов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.