МИРЗАЯНОВ Вил Солтан улы (9.3.1935, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иҫке Кәңгеш а.), химик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1985). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Мәскәүҙә эшләй: 1960 й. тиклем 4019‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында, 1965—92 йй. Дәүләт Органик химия һәм технологиялар ҒТИ‑нда (1986 й. алып бүлек нач.). 1992 й. дәүләт серен асыуҙа ғәйепләнеп, М. енәйәт эше асыла, ул 1994 й. РФ ген. прокуроры ҡарары б‑са туҡтатыла. 1996 й. алып Принстон ун‑тында эшләй (Нью‑Джерси штаты, АҠШ). Фәнни хеҙмәттәре газ хроматографияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, хроматографик анализ ысулдарын эшләүгә һәм уларҙы углеводород газдарҙы айырыу өсөн ҡулланыуға, микроконцентрацияларҙа ағыулағыс матдәләрҙе билдәләүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Кавалло пр. лауреаты (1996). 

М.Ғ.Сәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.