АЛАТАУ СВИТАҺЫ, урындағы ташкүмер системаһының стратиграфик бүлексәһе (ҡара: Карбон). Д.В.Наливкин (1926) Алатау тауы районында айырып күрһәтә. Ултырмаларҙың тасуирламаһын А.П.Тяжёва (1940), Г.В.Вахрушев (1951), А.К.Крылова (1958), З.А.Синицина (1974), В.Н.Пазухин (1980) бирә. Ултырмалар төньяҡта Ләмәҙ й. алып көньяҡта Рәүҙәк й. тиклем Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының алғы һырттарының яланғас тау тоҡомдарында күҙәтелә (оҙонлоғо яҡынса 115 км, киңлеге яҡынса 120 км). Шулай уҡ Ағиҙел депрессияһының төньяҡ өлөшөндәге бырауланған скважиналарҙың геол. киҫелештәрендә бар һәм компенсацияланмаған Инйәр-Тоҙйылға бөгөлөн тулыландырыусы ҡалын ҡатлам булып тора. Свитаның йәше: косьва горизонты — визе ярусының радай горизонты. Ҡыҙыл горизонтында ята. Карбонат-терриген тау тоҡомдары комплексы (аргиллиттар, мергелдәр, эзбизташтар, алевролиттар,ҡомташтар һәм кремнезёмлы һәүерташтар) м‑н бирелгән. Урыны м‑н икенсел һоро тимер мәғдәне линзалары осрай. Ҡалынлығы 20—200 м. Конодонттар, фораминиферҙар, брахиоподтар, остракодтар һ.б. хас.

М.А.Юнысов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке