МИҢЛЕКӘЕВ Мәғдән Йәнфағ улы (6.6.1932, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Яңы Һынны а. — 10.4.2015, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (1974), проф. (1976). Тажикстан а.х. ин‑тын тамамлаған (Сталинабад, 1954). 1957— 60 йй. һәм 1963 й. Тажикстан игенселек ҒТИ‑ның Вахш зона а.х. тәжрибә ст. (Ҡурған‑Түбә ҡ.) эшләй. 1963—94 йй. (өҙөклөк м‑н) Тажик аграр ун‑тында (1968 й. алып һәм 1982 й. — үҫемлектәрҙе һаҡлау каф. мөдире), 1995—96 йй. Тажик а.х. фәндәре акад. фәнни‑ойоштороу идаралығы нач. (икеһе лә — Дүшәмбе). 1980—82 йй. һәм 1996— 2010 йй. БНИИСХ‑ла: 1980 й. алып лаб. мөдире, 1996 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең инфекцион ауырыуҙарға иммунитетын өйрәнеүгә, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың биол. ысулдарын ҡулланыуға арналған. М. ҡатнашлығында үҫемлектәрҙең ауырыуҙарға ҡаршы тора алған төрҙәрен сығарыу ысулдары эшләнгән, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн эндофит бактериялар нигеҙендәге интеграл һәм фитоспорин биологик препараттары булдырылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Фузариозное увядание хлопчатника. Душанбе, 1976; Эффективность применения интегрированной защиты растений от вредителей и болезней. Душанбе, 1986. Тәрж. Г.А.Миһранова

 Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.