МИҢЛЕБАЕВ Радик Абдулхай улы (19.8.1941, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Аҡа а.), тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1968) Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһының инженер‑тупраҡ белгесе. 1969 й. алып “ВолгоНИИгипрозем” ин‑тының Башҡ‑н филиалында: 1972 й. башлап төркөм етәксеһе, 1974 й. — өлкән инженер‑тупраҡ белгесе. 1976 й. алып БДАУ‑ҙа: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. башлап уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың тупраҡ япмаһын өйрәнеүгә (тупраҡтың уңдырышлылығы генезисы, морфологияһы, үҙенсәлектәре һәм уны яңыртыу) арналған. М. тарафынан берҙәм Дәүләт ер кадастрын индереү һәм БР ер ресурстарын рациональ файҙаланыу өсөн тупраҡты баһалау материалдарын ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Агроэкологическая оценка и воспроизводство плодородия почв северной лесостепи Республики Башкортостан. Уфа, 2015 (авторҙ.). 

 Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.