МИНСКЕР Карл Самойлович (14.6. 1929, Киев — 23.5.2003, Өфө), химик. БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1967), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1987) hәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1973). Мәскәү нескә химия технологияhы ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Түб. Новгород өлк. Дзержинск ҡ. пр‑тиеларында эшләй. 1968 й. алып БДУ‑ның юғары молекуляр берләшмәләр һәм коллоид химияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта Органик химия ин‑тында лаб. етәксеһе, 1978 й. башлап БДУ‑ның проблемалы фәнни‑тикшереү лаб. етәксеһе, 1993 й. — ИПТЭР‑ҙа бүлек етәксеһе. М. етәкс. хлорлы полимерҙарҙың тарҡалыу теорияһы, ш. уҡ стабилизациялауҙың үҙенсәлекле принциптары эшләнә. Г.А.Разуваев м‑н берлектә олефиндарҙы полимерлаштырғанда Циглер—Натт катализаторҙарын нуклеофил берләшмәләр м‑н модификациялауҙы тәҡдим итә, был фәнни йүнәлеш сәнәғәттә катализаторҙарҙың активлығын һәм селективлығын көйләргә мөмкинлек бирә. А.А.Берлин м‑н бергә химия физикаһының һәм теоретик технологияның турбулент ағымдарҙа булған тиҙ процестарға ҡағылған яңы бүлеге һәм юғары тиҙлектәге химик реакциялар м‑н идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре эшләнә. Ю.А.Сангалов м‑н берлектә олефиндарҙың катионлы полимерлашыу механизмының төплө законлығы асыла. М. ҡатнашлығында 70— 90‑сы йй. бәләкәй габаритлы торба рәүешендәге реакторҙар ҡулланыу арҡаһында энергия һәм ресурстарҙы һаҡлаусы полиизобутилен (Грозный, Ефремов, Салауат, Сумгаит, Һамар ҡҡ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларында етештереүгә индерелгән), синтетик каучук (“Каучук” ЯАЙ, “Нижнекамскнефтехим” ААЙ), этилендың хлор сығарылмалары (“Каустик” ААЙ) һ.б. алыу технологиялары эшләнгән. М. тарафынан бутилкаучук (“Тольяттикаучук” ЯСЙ), полимерҙарға химикат- өҫтәлмәләр һәм полимер материалдар алыу ысулдары эшләнгән. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 300 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2004), ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2001), В.А.Каргин ис. пр. (1999) лауреаты. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Degradation and stabilization of vinylchloride based polymers. Oxford [etc.],__ 1988 (авторҙ.); Fast Polymerization Processes. Gordon and Breach Publishers, 1995 (авторҙ.); Polymer Derived from Isobutylene. Synthesis, properties, application. Utrecht [etc.], 2001 (авторҙ.). 

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ғималова Ф.А.

Текст на русском языке