МИНЙӘР СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Минйәр ҡ. (Силәбе өлк.) янындағы Минйәр һәм Эҫем йй. үҙәнендә О.П.Горяинова айырып күрһәтә (1931). Ултырмалар Горяинова (1931), А.И.Олли (1948), В.И.Козлов (1982,__ 1986) һ.б. тарафынан тасуирлана. Свита ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийының көнбайыш битләүендә — көньяҡта Ағиҙел й. киңлек ағымынан төньяҡта Ҡаратау һыртына тиклем һыҙат (оҙонлоғо яҡынса 200 км, киңлеге 0,5—2 км) булып, көнсығыш битләүендә фрагментлап Тирлән синклиналендә һәм Белорет р‑ны Үҙән а. көньяҡҡа табан Ағиҙел й. уң яры буйлап таралған; Инйәр синклинорийында майҙандың байтаҡ өлөшөн ҡаплай. Доломит һәм доломитланған эзбизташтарҙан тора, киҫелештең өҫкө өлөшөндә саҡматаш ҡатлауҙары һәм линзалары билдәле. Ҡалынлығы 500—600 м. Составына ҡаратауиға хас булған строматолиттар һәм микрофитолиттар инә. Аҫтындағы инйәр свитаһында ярашлы ята; уны ҡаплаған уҡ свитаһы м‑н сиге ҡырҡыу, ләкин ярашлы; ҡайһы бер киҫелештәрҙә (Минйәр ҡ., Бөрйән р‑ны Мораҙым а. төньяҡҡа табан 1,5 һәм 2,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел үҙәнендә) урындағы өҙөклөк билдәле (Ю.Р.Беккер, 1968; Козлов, 1982). Литологик составының үҙенсәлектәре б‑са М.с. аҫҡы (доломиттар, ҡалынлығы 250 м) һәм өҫкө (доломиттар, саҡматаш ҡатлауҙары һәм линзалары, ҡалынлығы 250—350 м) ярым свиталарға бүленә. М.с. ултырмаларына полиметалл — Талмен, тау гәлсәре — Талмен, Әршә һәм Һөйөндөк, ш. уҡ Тирлән а. (бөтәһе лә — Белорет р‑ны) янында һоро тимер мәғдәне сығанаҡтары тура килә. К—Ar ысулы м‑н глауконитты даталау б‑са М.с. йәше 713—813 млн йыл сиктәрендә тирбәлә.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.