МИНЕРАЛЬ РЕСУРСТАР, төбәктең, илдең, континенттың, донъяның ер аҫтында файҙалы ҡаҙылма запастары йыйылмаһы, фәнни‑техник процесты иҫәпкә алып (эшкәртеү системаһының, байыҡтырыу технологияларының һ.б. үҫеше), файҙалы ҡаҙылмаларға ҡарата булған кондицияларға ярашлы баһалана, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында файҙаланыу өсөн яраҡлы. Тәбиғәт ресурстарының тергеҙеп булмай торғандарына инәләр. Ҡулланыу өлкәһенә ҡарап яғыулыҡ‑энергетика (нефть, тәбиғи газ, һоро күмер һәм таш күмер, янар һәүерташ, торф, уран мәғдәндәре); металл, металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, гидроминераль (сөсө, минераль, техник ер аҫты һыуҙары) М.р. айырыла. БР‑ҙа яғыулыҡ‑энергетика М.р. нефть ятҡылыҡтарында, газ ятҡылыҡтарында, һоро күмер ятҡылыҡтарында, торф һәм янар һәүерташ ятҡылыҡтарында тупланған. Дәүләт балансында 184 углеводород ятҡылығы теркәлгән, нефттең дөйөм ресурстарынан сәнәғәт категорияларының ҡалдыҡ запастары 15,5% тәшкил итә, баштағы сығара алырлыҡ запастарҙы файҙаланыу дәрәжәһе — яҡынса 83%. Һоро күмерҙең ҡалдыҡ запасы — 251,4 млн т. Дәүләт балансында 268 торф ятҡылығы иҫәпләнә. Металл М.р. баҡыр колчеданы мәғдәндәре (мәғдәндең дөйөм запасы 350 млн т), тимер мәғдәне ятҡылыҡтарынан (ҡалдыҡ запасы 70 млн т), марганец мәғдәндәре, хромит, боксит, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарынан, алтындың һибелмә ятҡылыҡтарынан тора. Урал иҡтисади районында төҫлө металл М.р. 30%‑ын баҡыр, 47,7%‑ын — цинк запастары тәшкил итә. Металл булмаған файҙалы ҡаҙылмаларҙың М.р. байтаҡ [таш тоҙ (дөйөм запасы 2 млрд т), төҙөлөш материалдары (яҡынса 500 ятҡылыҡ), магнезит, пирофиллит, барит, плавик шпаты һ.б.]. Эсәр ер аҫты һыуҙарының дөйөм файҙаланыу запасы — тәүлегенә 2577 мең м3 (104 ятҡылыҡ).

Д.Э.Цабадзе

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.