МИНЕРАЛЬ ҺЫУҘАР, составында биол. актив минераль компоненттарҙың күп булыуы м‑н характерланған һәм махсус физик‑химик үҙенсәлектәре (химик состав, т‑ра, радиоактивлыҡ һ.б.) булған ер аҫты (ҡайһы берҙә ер өҫтө) һыуҙары. Сәнәғәт (350 г/л тиклем минераллашҡан тоҙло һыуҙар) һәм дауалау (эсәр һәм бальнеологик һыуҙар) М.һ. бүленә. Минераллашыу дәрәжәһе б‑са эсергә яраҡлы дауалау (8—10 г/л) һәм дауалау (20 г/л тиклем) эсәр М.һ. айырыла. 150 г/л тиклем минераллашҡан М.һ. бальнеотерапияла ҡулланыла. БР‑ҙа сәнәғәт өлкәһендә нефть һәм газ ятҡылыҡтарының эйәрсен һыуҙары файҙаланыла. Эйәрсен тоҙло һыуҙар күләме (тәүлегенә мең м3) Аксаков ятҡылығында — 90, Арлан нефть ятҡылығында — 250, Туймазы нефть ятҡылығында — 130, Саҡмағош ятҡылығында 100 мең м3 тәшкил итә. Башҡортостандың Урал алдында бром (700—2040 г/л) һәм иод (3—90 мг/л) м‑н байытылған тоҙло һыуҙар таралған. Баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарына металдарҙың (баҡыр, марганец, тимер һ.б.) күп тупланыуы хас булған сульфатлы натрий‑кальцийлы әсе һыуҙар тура килә. Респ. дауалау М.һ. төркөмдәргә бүленә: махсус компоненттары булмаған (минераллашыуы 1 г/л ашыу), көкөртлө водородлы (10 мг/л H2S), бромлы (25 мг/л Br), радонлы (18,5•105Бк/м3 Rn). Башҡортостандың Урал алдында 40‑ҡа яҡын төрҙәге дауалау һыуҙары табылған, уларҙың күпселеге 1‑се төркөмгә инә, 300 м тиклем тәрәнлектә ята, пермдең гипслы һәм тоҙло тоҡомдарына тура килә. Был Краин тибындағы сульфатлы кальцийлы һыуҙар [1—3 г/л; “Бәләбәй‑1”, “Йоматау”, “Ҡаҙансы”, “Красноусол” (12‑се сығанаҡ), “Нурлы” һ.б.]; Ашхабад тибындағы кальций- магнийлы (1—5 г/л); Иаскараен һәм Будапешт тибындағы натрийлы (1,5—20 г/л; “Дүртөйлө”, “Чехов”); Мәскәү тибындағы натрий‑магний- кальцийлы (1,5—5 г/л); Ижевск тибындағы сульфат‑хлоридлы кальций‑натрийлы (2—14 г/л; “Аҫҡын”, “Стәрлетамаҡ”, “Шихан” һ.б.) һыуҙар. Бальнеологик хлоридлы натрийлы, көкөртлө водородлы һыуҙар аҫҡы пермь һәм карбон тоҡомдарында 50—1500 м тәрәнлектә асыла. Кемерий һәм Сергиевка тибындағы сульфатлы кальцийлы, магний‑кальцийлы (3— 5 г/л, 150 мг/л тиклем H2S); Ключевка һәм Мацеста тибындағы сульфат‑хлоридлы, кальций‑натрийлы, натрийлы (5—43 г/л, 300 мг/л тиклем H2S); Ҡасҡынтамаҡ, Ишембай һәм Красноусол тибындағы хлоридлы натрийлы (36 г/л ашыу, 1 г/л тиклем H2S) М.һ. айырыла. Бромлы М.һ. карбон һәм девон ултырмаларының азот‑метанлы тоҙло һыуҙары ҡарай (“Красноусол”, “Ҡаҙансы”, “Хажы” һ.б.). Палеозойҙың иод‑бром тоҙло һыуҙары (2 г/л тиклем Br, 50— 90 мг/л J) бальнеологияла ҡулланыла (“Хажы” шифаханаһы). Радонлы М.һ. Урал алды бөгөлөнә тура килә (ҡара: Минераль һыу сығанаҡтары). Сульфат‑хлоридлы һәм хлоридлы натрийлы һыуҙар (3—15 г/л) Тагил‑Магнитогорск бөгөлөндә (“Әбйәлил”) һәм Үҙәк Урал ҡалҡыуында (“Асы”) ята.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке